Остаз
14 декабрь Башкорт теле көнөндә Өфө балалар филармонияһында “Остаз” республика конкурсының финалы үтте. Сара “Педагог һәм остаз”, “Атайсалға изге эштәр йылы”на бағышланды. Конкурстың ойоштороусыһы − БР Мәғарифты үҫтереү институтының Милли Мәғариф буйынса ресурс үҙәге.
Һайлап алыу этабы 7 муниципаль зонала май айынан ноябргә тиклем барҙы. Унда барлығы 56 команда ҡатнашты. Урал аръяғы педагогтары данын яҡлаған беҙҙең район командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды!