Четверг, 22.01.2026, 14:16
Сайт-портфолио Тугузбаевой Р.Н., учителя башкирского языка и литературы МАОУ СОШ с.Бурибай
Главная | Статьи | Регистрация | Вход
Меню сайта
Категории раздела
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 3
Пользователей: 0

“Туған телем-иркә гөлөм” музыкаль –әҙәби сара сценарийы

Туған телдәр көнөнә арналған  “Туған телем-иркә гөлөм” музыкаль –әҙәби сара сценарийы.

(Сәхнә артында ҡурай моңо яңғырай, Лиана шиғыр ятлап сыға Башҡорт ҡыҙы шиғыры)
 
Лиана: Мин-башҡорт ҡыҙы! Минен бөйөк халҡыма исем биргән ғорур башҡорт теле!Башҡорт теле!Ниндәй моңло,наҙлы,яғымлы һәм ғорур яңғырай ул!Рәми теле,Мостай теле, Һәҙиәләр теле-минен туған телем!!
    Туған тел - белем асҡысым,
Киң юлдар астың миңә.
Тыуған ил, туған тел бирҙең,
Рәхмәт әйтәмен hиңә.
Айгизәр:
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек,ғәзиз хазинаhы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта «Иле-юҡтың көнө юҡ, теле юҡтың йүне юҡ» тип әйтелә.Ҡыштың матур февраль айы байрамдарға бай.Шулар араһында Халыҡ-ара туған телдәр көнө лә бар.Ул 21 февраль көнө билдәләнә.
Лиана
Туғaн тел... Кеше тәү мәртәбә ошо телдә - «әсәй», «атай»hүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аралаша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына hеңдерә, күңеленә һала. Туған теле арҡаһында ул үҙ халҡының күңел хазинаһын – илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә.
Айгизәр:
Донъяла хәзер 3 меңгә яҡын тел барлығы билдәле. Тимәк, кешеләр 3 мең төрлө телдә hөйләшә, аралаша. Ошо телдәрҙәhөйләшкән халыҡтарҙың hаны ла бик төрлө. Әйтәйек, ҡытай, hинд, инглиз, рус, япон телдәрендә йөҙәр миллион кеше hөйләшә. Шул уҡ ваҡытта ненец, эскимос hәм башҡа халыҡтарҙың hаны бер нисә мең генә. Беҙҙең өсөн, баш¬ҡорттар өсөн, башҡорт теле туған тел hанала. Был телдә бөгөн миллиондан артыҡ кеше hөйләшә.
Александра Гущина “Үҙ телемдә һөйләшәм” шиғыры.
Лиана:
 «Халыҡтың телендә уның бар тари¬хы сағыла,»-тип әйткән рус филологы, академик Федор Буслаев. Туған тел кешегә үҙ языусыларының әҫәрҙәрен еткерә, композиторзарының опера¬ларын ишеттерә. Туған тел кешенең белемле, аҡыллы, йыйнаҡ фекерле, тотанаҡлы, ғилем донъяhына ынты¬лыусан итеп тәрбиәләй. Кешенең үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының традицияларына тоғро булыуы ла туған телгә бәйләнгән.Беҙҙең бик күп шағирҙарыбыҙ,яҙыусы,сәсән һәм батырҙарыбыҙ ҙа туған телебеҙ өсөн,еребеҙ өсөн көрәшкән,ғүмерҙәрен йәлләмәгән!
 
                                      “Һалдат “йыры,5 класс.
Айгизәр:
 Хәҙерге башҡорт теле - hәp яҡлап үҫешкән телдәрҙең береhе. Туған телдә халыҡтың тормошо hәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла.Әлбиттә,туған телгә һөйөү иң элек ғаиләнән килә.Ата-әсә генә түгел,өләсәй-олатайҙар ҙа балалары,ейән-ейәнсәрҙәре үҙ телдәрен,тарих,йолаларын белеп үҫһен өсөн бик күп көс һалыуға бурыслылар.Халҡыбыҙҙа яратҡан әсәй, өләсәйҙәребеҙгә бағышланған бик күп матур йырҙар ижад ителгән.Әйҙәгеҙ шуларҙың береһен тыңлап китәйек.
5 класс башҡарыуында ”Өләсәйем” йыры.Рәхим итегеҙ!
(Ағинәйҙәр сығышы)
Айгизәр:
Башҡорт халҡы матур ғүмер итә
Ағиҙелдә, Тыуған илендә.
Һайрашып ул тарих күкрәгенән
Урғып сыҡҡан туған телендә.
Лиана:
    Башҡорт теле күркәм –Һаҡмарҙарҙа
    Көлөмһөрәп атҡан таң һымаҡ,
   Башҡорт теле ғорур –ҡаялары
    Күккә ашҡан Уралтау һымаҡ.
Айгизәр:
Ҡурайҙарҙан моң һәм аһәң алған,
Ҡанат алған шоңҡар ҡоштан ул.
Салауаттың талмаҫ толпарында
Ирек даулап алға осҡан ул !..
Лиана:
     Ағиҙелдең ҡыйғыр бөркөттәрен
    Fорурлығы иткән Кутузов...
    Башҡорт теле күргән Париждарҙы,
    Походтарҙа оҙон юл уҙып...
4класс уҡыусылары башҡарыуында ”Олатайым матрос булған”.
Айгизәр:
Тел кешене дуҫ итә,
Бер-береһенә беркетә.
Беләйексе рус телен
Һәм онотмайыҡ үҙ телде.
Һөйләшегеҙ туған телдә.
Һөйләшегеҙ туйғансы!!!
               Шипилов Кирилл ”Я –сын Башкортостана”.
Лиана:
Эй, туғантел! Ниндәй ҡөҙрәтле hин! Гүзәлhең, күркәмhең, йыйнаҡһың, hин байhың, ҡеүәтлеhең, мәргәнhең! Шуға ла халыҡ ил ағаhы булған сәсәндәрҙең ялҡынлы тапҡыр hүҙен яу ҡыйыр булат ҡылыс үткерлеге менән сағыштырған да инде.
Әйҙәгеҙ хәҙер халҡыбыҙҙың күңел ынйылары- тел тураhында мәҡәлдәр hәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөп китәйек
Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел - асҡыс.
Тел -- күңел көзгөhө.
Телдәр белгән - илдәр белгән.
Тура юлды тел табыр.
Туған тел -21:43

халыҡтеле.
Берауыҙға - ике тел һыя.
Теле барҙың - юлы бар.
Иле барҙың -теле бар.
Тел ҡылыстан да үткер.
Айгизәр:
Тел-ул кешенең күңел байлығын, зиһенен, аҡылын, рухи донъяһын сағылдырыусы. Үҙ илеңдә үҙ телеңде белеп йәшәү – һәр беребеҙҙең изге бурысы. Үҙ туған телендә һөйләшкән, тарихын белгән, моңон тойған халыҡ мәңге йәшәйәсәк. Халыҡ булһа, уның тыуған ере, тыуған иле лә буласаҡ.
Беҙҙең башҡорт теле еребеҙҙең баллы һауаһын,тәбиғәтенең матурлығын, халҡыбыҙҙың сабыр холҡон,азатлыҡҡа ынтылышын,йырҙарының моңон,йәшәү матурлығын сағылдыра.Башҡорт теле-ул саф шишмәләр сылтырауы,былбыл,һандуғастар һайрауы ,көмөш беләҙектәр сыңлауы ла ул...
Башҡорт балаһы-тәбиғәт балаһы.Ул йыр-моңға бай,бейеүҙәре генә ни тора!
Бейе әле,бейе әле,
Бейегәнең юҡ әле!
Бейегәнең булмаһа ла
Матур бейеһең әле!
“Беләҙегем-йөҙөгөм”бейеүе(алтынсы класс ҡыҙҙары)
Лиана-Айгиҙәр:
Телең барҙа - илең бар,
Илең барҙа- иркең бар,
Иркең барҙа- күркең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Ил биҙәргә дәртең бар...
Дәртле-моңло халҡың бар,
Телде һаҡлар -киләсәгең бар! (Икәүләп әйтәләр)
    Йыр”Тимербайҙың улдары” 4-5 класс уҡыусылары.
Лиана:
Ҡылды ҡырҡҡа ярған сәсән теле
Туя алмаҫ һине маҡтауҙан!
Тыуған илем - минең әсәм теле,
Ҡыйырһытмам heҙҙе яттарҙан.
 
                             Гайнетдинова Азалия “Туған телем” шиғыры.
 
                                         Лиана”Башҡорт теле”З.Биишева
 
Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
Улы булып тыуған көнөм,
Рәхмәт hиңә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матуртелем, туғантелем,
Рәхмәт hиңә,
минең телем!
 
 
Флешмоб- Рәми Ғарипов”Туған тел”-бергәләп.

 

Категория: Мои статьи | Добавил: vasilchenkolga (05.05.2024)
Просмотров: 95 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Друзья сайта