Четверг, 22.01.2026, 14:16
Сайт-портфолио Тугузбаевой Р.Н., учителя башкирского языка и литературы МАОУ СОШ с.Бурибай
Главная | Статьи | Регистрация | Вход
Меню сайта
Категории раздела
Статистика

Онлайн всего: 3
Гостей: 3
Пользователей: 0

Телгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа Wordwall универсаль уҡыу ресурсы.

 

Телгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа Wordwall универсаль уҡыу ресурсы.

Туғыҙбаева Рәсимә Нәҙерхан ҡыҙы

Бүребай  ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

Яңы технологиялар нигеҙе - баланы тормош һынауҙары алдында баҙап ҡалмаҫлыҡ, маҡсатын тормошҡа ашырырға ынтылыусан, үҙ халҡының бер вәкиле итеп тойорлоҡ, уның алдында яуаплылыҡ тойғоһо йөрөтөрҙәй шәхес дәрәжәһенә еткереү.

Хәҙер мәктәптәрҙе заманса коммуникация саралары менән йыһазландырыу, шул иҫәптән веб-технологиялар, интерактив заданиелар төҙөү өсөн бик күп төрлө сервистарҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә. Һәр уҡытыусы дәрескә әҙерләнгәндә, дәресте төрлөләндерергә мөмкинлек биргән төрлө саралар табырға тырыша. Wordwall универсаль уҡыу ресурсы, белем биреү процесының иң мөһим бурыстарының береһен хәл итә  уҡыусыларҙың мотивацияһын күтәреү. Был ресурс ярҙамында дифференциаль һәм индивидуаль уҡытыуҙы ойошторорға, һәр баланың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, төрлө күнегеүҙәр шулай уҡ баҫма йәки интерактив күнегеүҙәрҙе булдырырға мөмкин бирә.

Wordwall сервисы конструкторы ЛенингАпс ҡушымтаһы, МайКвиз викторинаһы аналогы булып тора.

 

Эш алгоритмы.

 

Сервис менән эшләүҙең беренсе этабында теркәлергә кәрәк.    Google-аккаунт ярҙамында инеү иң отошлоһо. Шулай уҡ төп биттә сервис һәм шаблондар тураһында төп мәғлүмәт бирелә, уларҙы эштәрҙе төҙөгәндә ҡулланырға мөмкин. «Функциялар» битендә был сервис тураһында танышырға мөмкин.

Wordwall  сервисында баҫма һәм интерактив күнегеүҙәр эшләргә була. Интерактив күнегеүҙәр  веб-интерфейслы төрлө ҡоролма ярҙамында, мәҫәлән, планшетта, компьютерҙа, телефонда, шулай уҡ интерактив таҡтала эшләргә мөмкинлек бирә. Был эште дәрестә уҡытыусы бөтә класс өсөн дә бирә алһа,икенсенән һәр уҡыусы үҙе  инә алыу мөмкинлеге бар. Баҫма  күнегеүҙәрҙе PDF  форматта баҫтырырға мөмкин. Улар интерактив материалға ярҙамсы материал булараҡ йәки үҙ аллы уҡыу форматында ҡулланып була.

 

Күнегеүҙәр  төҙөү этаптары

Беренсе этап.Иң баштан уҡытыусы үҙе ҡулай тип тапҡан шаблон һайлай.

 

Икенсе этап.

Контент тултырыу. Һайланған шаблонға ҡарап кәрәкле мәғлүмәт менән тултырыу Уны төҙөгәндә күнегеүҙе үтәү буйынса инструкцияны күрһәтергә мөмкин, уҡыусыларға күрһәтмәләр тәҡдим ителәме-юҡмы икәнен дә  күрһәтергә мөмкин. Эштең  биҙәлешен һайларға, таймер ҡуйырға, шуның менән эште үтәү ваҡытын сикләргә,  йә эште үтәү ваҡытын билдәләргә, уҡыусы эште аноним рәүештә үтәйме, юҡмы икәнен күрһәтергә һәм уйындың тамамланыу параметрҙарын билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ һәр шаблон өсөн шәхси булған билдәләү параметрҙары бар.

Өсөнсө этап. Уҡыусыларға тәҡдим.

Әгәр был уйын бөтә класҡа иҫәпләнгән икән, уны интерактив таҡтала йәки проектор ярҙамында асырға мөмкин. 

Әгәр күнегеү уҡыусыларҙың ҡоролмаларында асыуҙы күҙ уңында тотһа, ул саҡта: күнегеүгә  һылтанма булдырырға һәм социаль селтәрҙәрҙә, электрон почтала һәм Google – класта таратырға, QR-код булдырырға; шәхсән сайтҡа индерергә мөмкин.

 

Шулай итеп, Wordwall сервисы ярҙамында булдырылған интерактив заданиелар дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итә, бөтә уҡыусыларҙы уҡытыу процесында әүҙем ҡатнашыусыларға әйләндерә, уҡыу эшмәкәрлегенең мотивацияһын арттыра һәм уҡытыу сифатын күтәреү өсөн шарттар булдыра.

 

Категория: Мои статьи | Добавил: vasilchenkolga (04.05.2024)
Просмотров: 55 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Друзья сайта