Четверг, 22.01.2026, 14:14
Сайт-портфолио Тугузбаевой Р.Н., учителя башкирского языка и литературы МАОУ СОШ с.Бурибай
Главная | Статьи | Регистрация | Вход
Меню сайта
Категории раздела
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ

Туғыҙбаева Рәсимә Нәҙерхан ҡыҙы

Бүребай  ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

Тема: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ.

Маҡсаттар: Аҡмулла ижады буйынса белемдәрҙе киңәйтеү, күренекле шәхес менән ғорурланыу тойғоһо уятыу. Бәйләнешле һөйләү телмәре үҫтереү.

Әхлаҡи Тема:Яҡшылыҡ яҡтан  таҙа кешеләр, аң-белемгә ынтылыш тәрбиәләү.

Йыһазлау: интерактив таҡта, компьютер

Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле.

Инеш.

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл  ҡуймағыҙ

 Яҡшынан баш тартмағыҙ!-

  • Был юлдар кемдәргә таныш?
  • Ә нимәгә өйрәтә был юлдар?

Әлбиттә,  әҙәпкә, тәртипкә .

  • Түҙемлектең төбө һары алтын ти халыҡ әйтеме ,ә тәртиптең нигеҙе нимәлә?

Ошо һорауға яуап эҙләйбеҙ.

Төп өлөш.

( Интернет аша ссылканан  ирекле энциклопедия мәғлүмәте менән танышабыҙ)  https://ba.wikipedia.org/wiki/Әҙәплелек

Һуңғы осорҙа әҙәпһеҙлек, тәртипһеҙлек күренештәрен, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына тормошта, йәмғиәттә йыш осратабыҙ. Бер кешенең әҙәпһеҙлегенә ҡарап ил һәм халыҡтарҙың тотош мәҙәниәте тураһында фекер йөрөтөргә була. Шуның өсөн дә бөгөнгө көндә әҙәпле, әхлаҡи яҡтан тәрбиәле, юғары кимәлдәге шәхестәрҙе тәрбиәләү мәсьәләһе, юғары дәрәжәгә күтәрелергә тейеш

  • Ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?

Әҙәпкә ,тәртипкә  өйрәткән һүҙ ул – нәсихәт (ссылкага баҫып википедияга инәбеҙ)

https://ba.wikipedia.org/wiki/Нәсихәт

 

Тимәк ,Нәсихәттәр — башҡорт халыҡ педагогикаһында  кешенең эске һәм тышҡы донъяға мөнәсәбәте формалашыуына, әхлаҡ нормаларын аңлатыуға йүнәлтелгән өгөт‑нәсихәт рухындағы теҙмә һәм сәсмә әҫәрҙәр; тәртип, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ; Тәртип-ҡылыҡҡа өйрәтеп һөйләгән һүҙ; өгөт.

  • Шуны ла әйтеп үтер кәрәк-  нәсихәт кеше тормошоноң бөтә тармаҡтарын да үҙ эсенә ала.
  1. Хужалыҡ- көнкүреш
  2. Ғаилә
  3. Белем
  4. Мөһим ваҡиғалар

Ошо бирелгән тармаҡтар менән артабанғы эште төркөмдәрҙә дауам итәбеҙ.Бирелгән мәҡәлдәрҙе  тармаҡтарға бүлеп ,эштәрҙе дәлилләп барабыҙ.

(уҡыусылар сығып эштәрҙе ала)

 «Һәр эште яратып эшлә, яратмаһаң, тотонма, эш рухын асыуландырма»

«Белемле — иң көслө, арымай-талмай белем тупла»

«Иртә торғандың аша бешә –һуң торғандың бите бешә

Ҡыҙҙарға — ҡанат, малайҙарға — аяҡ,
Хужаға — баш, ҡатынға — түш,
Ҡунаҡҡа — ҡойроҡ майы.

Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс!

Ата-əсəһенə ҡəҙер күрһəтмəгəн — үҙе лə изгелек күрмəҫ.
-  Эштәрҙе тикшереү

  • Тимәк тәртипле, әҙәпле булыу көндә кәрәкме?

 Ҡайһы бер нәсихәт афоризм, әйтем булып китә, икенселәре онотола, ҡулланылыштан төшөп ҡала. Мөхәмәтсәлим ӨмөтбаевРизаитдин Фәхретдиновтың  нәсихәте  киң  билдәле  (ссылкага баҫып  , интернет аша таҡтала күрһәтеп үтергә) https://ba.wikipedia.org/wiki/Өмөтбаев_Мөхәмәтсәлим_Ишмөхәмәт_улы

 

Башҡорт әҙәбиәтендә шиғыр – нәсихәттәр киң билдәле. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән , милләттең  иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы Камалетдинов  Мифтахетдин  Камалетдин улы ,халыҡ телендә  Аҡмулла –хаҡ юлдан тайпылмаған мәғрифәтсе  нәсихттәрен өйрәнәбеҙ (ссылкага баҫып  википедия аша мәғлүмәт менән танышабыҙ). https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡмулла

 

Ял минуты (видеотаҫма  думбра көйө)

 

 Рус телендә нәсихәт нисек тәржемә ителә? Әлбиттә наставление ,нравоучение  мораль

  • Түҙемлектең төбө һары алтын ти халыҡ әйтеме ,ә тәртиптең нигеҙе нимәлә?

Ошо һорауға яуап эҙләйбеҙ.

 

Таҡтала Нәсихәттәр  шиғыры  ике телдә бирелә( слайд)

Классты 7 төркөмгә бүлеп ,һәр төркөм үҙенә бирелгән  юлдар өҫтөндә эшләй (класҡа  ете минут ваҡыт бирелә) Бирелгән ваҡыт эсендә төп идеяны билдәләп, дәлилләп китергә кәрәк

  • Совесть – Иман: Әлбиттә , иман -бөтә ҡалған ниғмәттәрҙе берләштерә ,шарт итеп ҡуя.
  • Честь – Күңел : Дөрөҫ, рухи яҡтан таҙа,Саф булырға өндәй. Күңеле боҙоҡтан төңөл ти, тимә боҙоҡ уйҙар уйламаҫҡа кәңәш итә.
  • Ум – Аҡыл:  Аҡыл менән эш итергә ,сөнки аҡыл – ул йүгән,үҙебеҙҙең уйҙарыбыҙҙы йүгәнләп ,дөрөҫ юлдан барыу зарур.
  •  Благодарность – Шөкөр : Әлбиттә кеше үҙенең тормошона ,ошо донъяла йәшәүенә ҡәнәғәт булырға, рәхмәт әйтергә тейеш, сөнки һәр бер йәшәгән көнгә шатланырға тейешбеҙ
  •  Порядочность – Әҙәп: Үҙенңде итәғәтле , тәртипле итеп тота белеү, әлбиттә һәр кем тыйнаҡлы ,өләфәтле кеше менән аралашырға теләй,уны ярата. Әҙәп – мөхәбәткә сәбәп тип юҡҡа автор әйтмәгән.
  •  Терпимость – Сабыр : Дөрөҫ, түҙемле, сабырлы булыу, һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ тигән, сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр тигән мәғрифәтсе.
  • Страсть – Ихлас :  Әлбиттә, күңел таҙалығы , эскерһеҙлек ,ысын күңелдән эшләү, ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ – ти Аҡмулла

Шулай  итеп ете ҡиммәт тә Аҡмулланың кешегә ,беҙгә әйтер һүҙе,өгөт – нәсихәте..Идеаль кеше сифаттары.Был ҡиммәттәр , уҡыусылар , кешелек , донъя мәсъәләләрен сисеү юлын күрһәтә. Кешелектең иң төп проблемаһы иманһыҙлыҡ икәнен төшөндөрә.

  • Тәртипең нигеҙе булып ниндәй ҡиммәт тора? Әлбиттә Иман.

Рефлексия

  • Дәрестә мин ниндәй яңылыҡ таптым.
  • Ниндәй ҡиммәттәргә өйрәндем
  • Нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк!

Баһалау

Өйгә эш

  • Акмуллаға эйәреп  шиғыр яҙырға
  • Нәсихәттәр шиғырын ятларға
  • Биографик белешмә әҙерләргә

 

 

                   

 

 

Категория: Мои статьи | Добавил: vasilchenkolga (04.05.2024)
Просмотров: 38 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
Вход на сайт
Поиск
Друзья сайта